Төҙөкләндереү
8 Июля , 05:00

Төҙөкләндереү объекттары – даими контролдә

2023 йылда «Иҫке ҡала мөхите» үҙәге биләмәһендә реконструкция уҙғарылды. Күләмле эштәр барышында Бәләбәй ҡалаһының тарихи үҙәге тулыһынса үҙгәрҙе: парк биләмәһе үҙгәртеп ҡоролдо, иҫке ҡоролмалар һүтелде, йәйәүлеләр һуҡмаҡтары һалынды, террасалар, уйын һәм спорт майҙансыҡтары, видеокүҙәтеү системалары, бәләкәй архитектура формалары, павильондар ҡуйылды, амфитеатрҙар йыһазландырылды. Хәҙер иһә был бөтөнләй яңы һәм заманса ҡала киңлеге.

Төҙөкләндереү объекттары – даими контролдәТөҙөкләндереү объекттары – даими контролдә
Төҙөкләндереү объекттары – даими контролдә

Яңыртылған объекттарҙың торошон ҡала һәм район советтары депутаттары баһаланы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Ольга Ивлева билдәләүенсә, «Иҫке ҡала» кварталы халыҡ араһында ял итеү өсөн популяр урынға әүерелде. Әммә биләмәне ҡарап тороу буйынса иҫкәрмәләр бар: үләнде ваҡытында сабыу, япмаларҙы буяу, яҡтыртыу элементтарын ремонтлау талап ителә.

Партияның халыҡ программаһы буйынса ремонтланған объекттарҙа даими рәүештә  булырға ҡарар ителде. Был проекттар ҡала халҡы өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыуға йүнәлтелгән.

Төҙөкләндереү объекттары – даими контролдә
Төҙөкләндереү объекттары – даими контролдә
Төҙөкләндереү объекттары – даими контролдә
Төҙөкләндереү объекттары – даими контролдә
Автор:Светлана Шириня әҙерләне
Читайте нас