Төҙөкләндереү
10 Июля , 12:00

Ҡыш ныҡлыҡҡа һынаясаҡ

Бәләбәй районының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексы яңы йылытыу миҙгеленә әҙерләнә. «Теплоэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә (директоры Сергей Лущиц) планға ярашлы эштәр барышы тураһында һөйләнеләр. Предприятие 54 ҡаҙанлыҡты, 11 үҙәк йылылыҡ пунктын, 4 ҡатнаштырыу станцияһын, 70,8 саҡрым йылылыҡ селтәрҙәрен, 18,8 саҡрым эҫе һыу тәьминәте селтәрен хеҙмәтләндерә. Һәр объект ентекле тикшереү үтә, сөнки ҡыш, ғәҙәттәгесә, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошманың эшенә ҡәтғи имтихан буласаҡ.

Ҡыш ныҡлыҡҡа һынаясаҡҠыш ныҡлыҡҡа һынаясаҡ
Ҡыш ныҡлыҡҡа һынаясаҡ

Объекттарҙа һәм селтәрҙәрҙә бикләү арматураһын алмаштырыу, 2,4 саҡрым селтәрҙәрҙе капиталь ремонтлау (инвестиция программаһынан тыш), объекттарҙа тәҙрәләрҙе алмаштырыу, бер объекттың ҡыйығын капиталь ремонтлау, 10-сы ҡаҙанлыҡтың селтәрле насосында йышлыҡ-көйләүсе приводты алмаштырыу, ҡаҙанлыҡтарҙың хәүефһеҙлек автоматикаһын капиталь ремонтлау һәм башҡа саралар ҙа ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерлек планына индерелгән.

«Әлеге ваҡытта ҡаҙанлыҡтарҙа механик таҙартыу һәм ҡаҙанлыҡтарҙы гидравлик һынау буйынса регламент эштәре, манометрҙарҙы, газ анализаторҙарын алыу һәм уларҙы дәүләт тикшереүенә ебәреү башҡарыла, - тип хәбәр иттеләр предприятиеның етештереү-техник бүлегендә. - Бынан тыш, магистраль һәм квартал эсендәге селтәрҙәрҙе ныҡлыҡҡа һәм герметиклыҡҡа һынау буйынса планға ярашлы эш бара. 8 июлгә ҡарата йылытыу системаһын преслағанда 15 өҙөклөк асыҡланған, шуларҙың 12-һе бөтөрөлгән. Эштәр дауам итә.

Ғәҙәттәгесә йәйге осорҙа йылылыҡ селтәрҙәре торбалары алмаштырыла. Ағымдағы йылда 2,5 саҡрым торбаны алмаштырырға уйлайбыҙ. Әлеге ваҡытта оҫталар Бәләбәйҙең Көнсығыш урамында эшләй. Бында, раҫланған инвестиция программаһына ярашлы, 15-се ҡаҙанлыҡтан магистраль йылылыҡ селтәре участкаһы алмаштырыла.

Шулай уҡ 2026 йылға ҡорамалдарҙы капиталь ремонтлау планына ярашлы Бәләбәйҙә Войков урамындағы (103-сө, 105-се, 109-сы, «Айгөл» балалар баҡсаһы) квартал эсендәге селтәрҙәр алмаштырыла. Шулай уҡ Приют ҡасабаһында Парамонов урамы, 17-се квартал, 10-26-сы тимер юл районы».

Фотолар: «Теплоэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте

 

Ҡыш ныҡлыҡҡа һынаясаҡ
Ҡыш ныҡлыҡҡа һынаясаҡ
Автор:Светлана Шириня
Читайте нас