Төҙөкләндереү
11 Июля , 05:00

Яңы конкурс иғлан ителде!

Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте «Органика-сүп-сар түгел!» конкусы иғлан итте, уның маҡсаты - ағас-үҫемлек ҡалдыҡтарын үтилләштереү проблемаһына иғтибарҙы йәлеп итеү.

Яңы конкурс иғлан ителде!Яңы конкурс иғлан ителде!
Яңы конкурс иғлан ителде!

Яңы конкурста кем ҡатнаша ала?

«Бәләбәй халҡы һәм ойошмалары, инициатива төркөмдәре, ғаиләләр – тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрергә, ботаҡтарҙы һәм ағастарҙы үтилләштереү идеяларын тәҡдим итергә, ҡалабыҙҙың тәбиғәтен һәм таҙалығын һаҡлауға өлөш индерергә әҙер булғандарҙың барыһына ла шатбыҙ. Индивидуаль йәки команда менән ҡатнашығыҙ», – тип хәбәр ителә муниципалитеттың социаль селтәрендә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ағас-үҫемлек ҡалдыҡтарын эшкәртеү техникаһын, ысулдарын һәм алымдарын күрһәткән видеоролик төшөрөргә кәрәк. Ботаҡтарҙы, япраҡтарҙы һәм башҡа үҫемлек материалдарын башҡа нәмәгә   нисек файҙаланырға мөмкинлеген күрһәтегеҙ.

Яҙмаларҙы электрон адресҡа ебәрергә мөмкин: gor_adm_bel@mail.ru.

Акцияны үткәреү ваҡыты: 2026 йылдың 13 июленән 15 октябренә тиклем.

Конкурс эштәрен ҡабул итеү – 2026 йылдың 1 октябренә тиклем.

Конкурсты үткәреү тураһында положение Бәләбәй хакимиәтенең рәсми сайтында баҫылған.

Автор:
Читайте нас