Төҙөкләндереү
17 Июля , 05:00

Мәтәү йылғаһы йәнә йәмләнде

Мәтәүбаш ауыл советында «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы. Ул һыу ятҡылыҡтарының таҙалығын һаҡлауға һәм халыҡтың иғтибарын экология мәсьәләләренә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Мәтәү йылғаһы йәнә йәмләндеМәтәү йылғаһы йәнә йәмләнде
Мәтәү йылғаһы йәнә йәмләнде

Был юлы Мәтәү йылғаһы изге эштәр урынына әүерелде: тап уның ярҙары хәстәрлеккә һәм иғтибарға мохтаж ине.

Өмәгә ауыл советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, урындағы мәктәп уҡыусылары ла әүҙем ҡушылды. Балалар өсөн акция – һәр кешенең тәбиғәтте һаҡлауға ниндәй өлөш индерә алыуын үҙ күҙҙәре менән күреү мөмкинлеге ул. Уҡыусылар өлкәндәр менән бергә сүп-сар йыйҙы, бейек үләндәрҙе һәм кипкән ҡамыштарҙы сапты, яр буйы биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Хәҙер йылға яры таҙарып, йәмләнеп ҡалды.

Мәтәүбаш ауыл советы ошо изге эш өсөн ваҡыт һәм көс тапҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерә. Бындай акциялар тыуған яҡ хаҡында хәстәрлек күреүҙең уртаҡ эш икәнлеген асыҡ күрһәтә,.

Фотолар: Мәтәүбаш ауыл советы ауыл биләмәһе

Мәтәү йылғаһы йәнә йәмләнде
Мәтәү йылғаһы йәнә йәмләнде
Мәтәү йылғаһы йәнә йәмләнде
Мәтәү йылғаһы йәнә йәмләнде
Автор:Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас