

– Михайло-Архангел ҡорамына йөрөүселәр Анатолий Гнусин һәм Юрий Чуприков башланғысы менән, шулай уҡ халыҡтың әүҙем ярҙамында Йылға урамындағы тағы ла бер шишмә төҙөкләндерелде.
Эштәр тамамланғас, ҡорам настоятеле Александр Бронников шишмә һыуын изгеләндерҙе, – тип хәбәр итте «БИ» редакцияһына сиркәү старостаһы Александр Лишманов.
«БИ» гәзите хәбәр итеүенсә, ҡала шишмәләрен таҙартыу акцияһын Бәләбәй районының ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов башлап ебәрҙе.
Һәйбәт ғәмәлдәр маҡтауға лайыҡ, ә шишмәләрҙе төҙөкләндереү – изге эш.
Фотоларҙы А. Лишманов бирҙе