

« Унда йөрөү мөмкин түгел! – тип зарлана ул. – Был юл да Бәләбәй ҡалаһының йөҙөн күрһәтә».
Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығында Бәләбәй кешеһенең мөрәжәғәтенә түбәндәгесә яуап бирҙеләр:
«Аксаков яғына, Бәләбәй менән Надеждин араһындағы участкала юлды ремонтлауҙы 2026 йылда үткәрергә планлаштырабыҙ. Ремонт барышында юл билдәләре лә ҡуйыласаҡ. Юл йөрөүе уңайлы булһын өсөн бында әлегә соҡорҙарҙы ремонтланылар.
Хәҙергә юлды яҡтыртыуҙы планлаштырмайбыҙ, әлеге ваҡытта эштәр Бәләбәй – Йәрмәкәй – Приют юлының Алексеевка ауылы яғынан участкаһында бара».