

Ольга Владимировна Сарапулова етәкселегендәге проект бюроһы быға тиклем Бәләбәй районының бер нисә йәмәғәт киңлеген – «Йырсы шишмәләр» паркын, Боронғо ҡала үҙәген һәм Новаторҙар бульварын төҙөкләндереү проекттарын әҙерләне. Осрашыу барышында яҡтар Новаторҙар бульварындағы эштәр барышын ҡараны.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса Пионер майҙанын - ҡаланың әһәмиәтле йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү проектын әҙерләү тураһында килешеүгә өлгәшелде. Проекттың маҡсаты - халыҡтың көнүҙәк ихтыяждарына яуап биргән уңайлы заманса мөхит булдырыу.