

Ыҫлаҡбаш ауылында спорт майҙансығына нигеҙ һалыуҙы тамамланылар. Киләһе этапта көс күнекмәләре, кардиокүнекмәләр һәм һығылмалылыҡты арттырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар ҡуйыу планлаштырыла. Спорт майҙансығын булдырыу урындағы халыҡтың, бигерәк тә балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең физик әүҙемлеген яҡшыртыуға һәм һаулығын нығытыуға йүнәлтелгән. Ауыл халҡы бында буш ваҡытын үткәрә, спорт менән шөғөлләнә, дуҫтарса ярыштар ойоштора аласаҡ.
Донской ауыл советының Подлесная ауылында 700 метр юлға таш түшәүгә әҙерлек бара. Бының өсөн ҡырсынташ килтерелгән, тиҙҙән подряд ойошмаһы эшкә тотонасаҡ.
Шаровкала халыҡ Азат итеүсе яугир һәйкәле биләмәһен ремонтлау буйынса проект өсөн тауыш биргән. Бында тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн заманса киңлек булдырыу планлаштырыла.
Ауыл халҡы 90 мең һумдан ашыу аҡса йыйған. Проекттың бағыусыһы, Гришаниндың КФХ-һы, был изге эшкә 250 мең күләмендә өлөш индергән. Ҡалған сумма ауыл бюджетынан алына һәм республика бюджетынан субсидия менән тулыландырыла. Проекттың дөйөм хаҡы яҡынса миллион ярым һум тәшкил итә.
Азат итеүсе яугир һәйкәле ҙур булмаған ҡалҡыулыҡта тора һәм шыршы һәм ҡайындар менән уратып алынған. Ҡаршыһында шаровкалар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына хәтер аллеяһын ултыртҡан.
- 2022 йылда, ауыл биләмәһе башлығы булғас, һәйкәл биләмәһен ремонтлау маҡсатын ҡуйҙым. Быға тиклем беҙ ауылда балалар майҙансығы эшләнек, трактор өсөн гараж төҙөнөк, уға аҫылмалы ҡорамалдар һатып алдыҡ. 2025 йылда һәйкәл биләмәһен металл ҡойма менән кәртәләнек.
Был идеяның тормошҡа ашырылыуына бик шатмын. Гранит плитәләргә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылыбыҙҙың 438 кешеһенең исемдәре уйылып яҙылған. Ҡайһы бер тораҡ пункттар инде булмаһа ла, һәр ҡатнашыусының исемен тергеҙергә тырыштыҡ. Бында бөгөнгө герой-һаҡлаусыларҙың исемдәре лә мәңгеләштереләсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ауыл советынан өс кеше махсус хәрби операцияла һәләк булды. Ата-бабаларыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында немец илбаҫарҙары менән һуғышҡан кеүек, бөгөн дә беҙҙең егеттәр нацистарҡа ҡаршы көрәшә. Уларҙың исемдәрен белеү һәм уларҙың иҫтәлеген хөрмәтләү – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Был мемориал беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм көсөбөҙ урыны буласаҡ, – тип һөйләне ауыл хакимиәте башлығы Ильмира Ильина.
Елена Петрова фотолары