

Ҡала халҡы Недзвецкий сортлы ун алмағас ултыртты. Бәләбәйҙең 245 йыллығына арналған экологик акцияла Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Рафаэль Вәлиев, ҡала хакимиәте башлығы Татьяна Зубова ҡатнаштылар.
Экологик өмәлә ҡала биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, депутаттар, «Тиҫтер» учреждениеһы ирекмәндәре ҡатнашты. Техник эштәрҙе ойоштороуҙы «Төҙөкләндереү» учреждениеһы үҙ өҫтөнә алды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Боронғо ҡала» үҙәге «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса төҙөкләндерелде.