

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был майҙансыҡ быға тиклем ошо программа буйынса йыһазландырылғайны. Әммә ваҡыт үтеү менән ҡорамалдарҙың айырым элементтары, шулай уҡ резина япма яраҡһыҙ хәлгә килгән. Тап туҙған өлөштәрҙе яңыртыуға һәм алмаштырыуға ағымдағы ремонт йүнәлтелгән. Подрядсыһы - «Диком-Урал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Эштәр барышында белгестәр уйын зоналарын тәртипкә килтерергә, зыян күргән конструкцияларҙы алмаштырырға һәм хәүефһеҙ япманы яңыртырға ниәтләй. Был майҙансыҡты балалар өсөн йәнә уңайлы һәм хәүефһеҙ итә.
Был программала ҡабаттан ҡатнашыу тәҡдиме менән күп фатирлы йортта йәшәүселәр һәм идара итеүсе компания сығыш яһаны. Кәрәкле документтар пакетын йыйып, етешһеҙлектәрҙе билдәләп, улар ҡала хакимиәтенә республика программаһында ҡатнашыуға ғариза менән мөрәжәғәт итте.
Быйыл республикала «Башҡорт ихаталары» программаһы яңыларын булдырыуға түгел, ә ғәмәлдәге балалар һәм спорт майҙансыҡтарын тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Был алым ихаталарҙағы проблемаларҙы аныҡ хәл итергә һәм төҙөкләндерелгән биләмәләрҙең эшләү ваҡытын оҙайтырға мөмкинлек бирә.