

Асыҡ майҙансыҡта торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү мәсьәләләре тикшерелде, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләнеләр, шулай уҡ халыҡтың һаулығын һаҡлауға ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелде.
Форум эшендә Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы Татьяна Зубова, ҡала биләмәһе советы рәйесе урынбаҫары Николай Сергеев, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары һәм белгестәре, учреждениелар һәм ойошмалар етәкселәре, күп фатирлы йорттар, индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө квартальныйҙары советтары рәйестәре, шулай уҡ ҡала халҡы ҡатнашты.
Осрашыу конструктив аралашыу халәтендә үтте. Чиновниктар үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, ә ҡала халҡы үҙ һорауҙарын бирҙе һәм бер нисә тәҡдим индерҙе. Уларҙың ҡайһы берҙәре, яуапһыҙ ҡалғандары, артабан өйрәнеү өсөн контролгә алынды.
Форум властың ҡала халҡының фекеренә ҡолаҡ һалырға һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу өҫтөндә эшләргә әҙер булыуын күрһәтте.
Елена Петрованың фотолары