2022 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән республикала «Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй асыҡ патриотик йырҙар конкурсы уҙғарыла. Ошо йылдар эсендә ул ҡатнашыусылары һәм тыңлаусы-тамашасылары араһында билдәлелек яулап өлгөрҙө.
Быйыл «Геройҙар ваҡыты» тағы ла күләмлерәк сараға әүерелә: ул Рәсәй Оборона министрлығының «Армия мәҙәниәте көндәре» мәҙәни-ағартыу федераль проекты программаһына индерелгән.
Шулай итеп, быйыл 21-27 августа Өфө патриотик мәҙәниәт үҙәгенә әйләнә - баш ҡалабыҙҙа IV «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй асыҡ патриотик йыр конкурсы үтә. Ул илһөйәрлек темаһына яҙған яңы авторҙар һәм үҙенсәлекле композициялар эҙләүгә, зауыҡты формалаштырыуға, үҫеп килгән быуында рухи мәҙәниәт, гражданлыҡ тойғоһон һәм лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Быйылғы сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арнала.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл Рәсәйҙең 31 төбәгенән 232 композитор ғариза ебәргән. 6 августа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иң яҡшы әҫәрҙәр һайлап алына. Уларҙы профессиональ белгестәрҙән торған жюри ағзалары баһалай. Ҡатнашыусылар өс төп номинация буйынса ярыша: «Һүҙҙәр авторы» (рус һәм башҡорт телдәрендә), «Композитор», «Автор йыры» (рус һәм башҡорт телдәрендә).
Конкурстың приз фонды 1 000 000 һум тәшкил итә. Йыл һайын проектта бөтә илдән композиторҙар йыр авторҙары ҡатнаша. Быйыл фестивалдә, Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан тыш, Һамар, Архангел, Ырымбур, Һарытау, Силәбе, Калининград, Свердловск өлкәләренән, Приморье, Краснодар крайҙарынан, Татарстан, Бүрәтстан, Сыуашстандан, ХМАО-нан, Луганск Халыҡ Республикаһынан конкурсанттар бар.
Баһалама комиссияһына йырсы, РФ-тың атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина етәкселек итә. Уның составында билдәле композитор, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР-ҙың халыҡ артисы, Бәләбәй районында тыуып үҫкән Нур Дауытов, шулай уҡ Бәләбәйҙә тыуып үҫкән шағирә Кристина Андрианова, танылған йырсы Иҙрис Ғәзиев, БР-ҙың халыҡ артисы, йырсы Алена Завьялова инә.
Махсус ҡунаҡ – РФ Оборона министрлығына ҡараған “Рубин йондоҙ” йыр һәм бейеү ансамбленең фронт ижади бригадаһы.
26, 27 августа киске сәғәт 6-нан Өфөнөң Совет майҙанында ярымфинал һәм финал уҙғарыла.