Әйҙәүсе методист Регина Воробьева һөйләй:
– Сарала ҡатнашыусылар – урындағы уҡыусылар – совет хәрби етәксеһенең тормошо һәм хәрби юлы тарихы менән танышты. Күргәҙмәлә Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм туранан-тура генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған китаптар һәм баҫмалар тәҡдим ителде. Беҙ балаларға Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы башҡорт атлыларының батырлыҡтарын бөгөн Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт ирекле батальоны дауам итә, ул махсус хәрби операцияла ҡатнаша, ә МХО геройҙарын М. Шайморатов ордены менән бүләкләйҙәр тигән фекерҙе еткерҙек.
Илһөйәрлек тәрбиәләгәндә Ватаныбыҙҙың иң яҡшы улдары тураһында хәтерҙе йәш быуынға тапшырыу мөһим, уларҙың береһе легендар комдив М. Шайморатов булған. Быны Максим Горький мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре яҡшы аңлай.
Фотолар Максим Горький мәҙәниәт йортонан