Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
29 Август 2025, 17:00

Батырлыҡ дәрестәре. Илнур Нағуманов үҙенең тарихы менән уртаҡлашты

Приют ҡасаба китапханаһында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илнур Нагуманов менән осрашыу үтте. Ул уҙған Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолдо.

Батырлыҡ дәрестәре. Илнур Нағуманов үҙенең тарихы менән уртаҡлашты
Батырлыҡ дәрестәре. Илнур Нағуманов үҙенең тарихы менән уртаҡлашты

«Бригантина» балалар-үҫмерҙәр клубының йәш ирекмәндәре геройҙың тарихын ишетеү өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йыйылды. Китапханасылар уның юлына ҡағылышлы бер нисә һорау әҙерләне: үҙ теләге менән хеҙмәткә китеүҙән алып ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүгә, званиеларға һәм наградаларға тиклем. Илнур Фәрит улы тәжрибәһе менән теләп уртаҡлашты, яраланыуы, ҡулын юғалтыуы һәм протезды үҙләштереүе, шулай уҡ һул ҡулы менән яҙырға өйрәнеүе хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ дәүләт ярҙамын билдәләне, бушлай протез эшләү һәм шифахана-курорт дауалауы тураһында әйтте.

Әңгәмә илһамландырғыс видеоматериалдар: Рәмил Бәҙәмшиндың «Шайморатовсылар, алға!» йырына ролик һәм Олег Газмановтың «Геройҙар ваҡыты» клибын ҡарау менән оҙатылып барҙы. Китапханасы шулай уҡ балаларҙың иғтибарын МХО-ла  ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналған китап күргәҙмәһенә йүнәлтте, унда был темаға яңы китаптар, яҡташтары-яугирҙар тураһында гәзит мәҡәләләре һәм хәрби хәрәкәттәр барышында һәләк булған Приют кешеләренең фотолары менән плакаттар тәҡдим ителде.

Рәхмәт һәм ихтирам билдәһе итеп ирекмәндәр Илнур Нағумановтың күкрәгенә, уның «Батырлыҡ өсөн» миҙалы эргәһенә, Георгий таҫмаһы менән брошка беркетте. Улар шулай уҡ уға үҙ ҡулдары менән яһалған иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Осрашыу аҙағында Илнур Фәрит улы балаларға: "Ҡыйыу Булығыҙ! Спорт менән шөғөлләнегеҙ! Ватанды лайыҡлы һаҡлағыҙ!» - тип мөрәжәғәт итте. Герой менән аралашыу дөйөм иҫтәлекле фотоға төшөү менән тамамланды.

Фотолар Приют ҡасаба китапханаһынан

Батырлыҡ дәрестәре. Илнур Нағуманов үҙенең тарихы менән уртаҡлашты
Батырлыҡ дәрестәре. Илнур Нағуманов үҙенең тарихы менән уртаҡлашты
Батырлыҡ дәрестәре. Илнур Нағуманов үҙенең тарихы менән уртаҡлашты
Батырлыҡ дәрестәре. Илнур Нағуманов үҙенең тарихы менән уртаҡлашты
Батырлыҡ дәрестәре. Илнур Нағуманов үҙенең тарихы менән уртаҡлашты
Батырлыҡ дәрестәре. Илнур Нағуманов үҙенең тарихы менән уртаҡлашты
Автор: Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас