Ноябрҙә райондың ветерандар советы активистары советтар Союзы Геройы В.П. Ферапонтов исемендәге беренсе мәктәптең фронтовик уҡытыусылары хөрмәтенә саралар әҙерләй.
Спорт ветераны Һәм ветерандар советы ағзаһы Николай Кухарев һөйләй:
– 5 ноябрҙә Бәләбәй Үҙәк мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Бәләбәйҙә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә нигеҙ һалыусы Владимир Степанович Маликовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтәсәк. Һуғыштан һуң ул 1-се мәктәптә эшләгән.
Программала Ш. Баҙамшин етәкселегендәге автор йыры клубы ағзалары ҡатнаша. 18 сәғәттә башлана. Инеү ирекле. (6+)
6 ноябрҙә 16 сәғәттә медицина колледжының спорт залында волейбол буйынса асыҡ турнир үткәрелә.
8 ноябрҙә беренсе урта мәктәптә спорт ветерандары йыйылма командаһы һәм 1-се мәктәптең волейбол буйынса йыйылма командаһы осраша.
Ошонда уҡ В.С. Маликовтың 100 йыллығына арналған «Беләһегеҙме, ул ниндәй егет ине!» иҫтәлекле сараһы ойошторола. Сәғәт 10-да башлана.
Ҡала халҡы һәм район халҡы беҙгә ҡушылыр тип ышанабыҙ!