- Быйыл майҙа беҙ бергәләп ил тарихының төрлө осорҙарында Ватанды һаҡлаған яугирҙәр хөрмәтенә Хәтер баҡсаһына нигеҙ һалдыҡ, - тип хәбәр итте Шаровка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ильмира Ильина. - Бөгөнгө акция ошо изге башланғыстың дауамы булды - улдары махсус хәрби операция зонаһында Ватанды һаҡлаған, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында еңеү яулаған һәм һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа илде күтәргән әсәләр образын мәңгеләштерҙе. Кедр үҫентеләрен күрше ауыл кешеһе Николай Воробьев килтерҙе. Беҙ уға изге күңеле өсөн рәхмәтлебеҙ.
Кедр - ул ҡеүәт, энергия, көс. Иҫтәлекле көндә ултыртылған ағастар, һис шикһеҙ, ауыл тормошона яңы импульс бирәсәк, быуындарҙың рухи бәйләнеше символына әйләнәсәк. Тыуған яҡты йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү буйынса акция шаровкалар өсөн ППМИ-2026 еңеүенә табан мөһим аҙым буласаҡ!
Римма Солтанова әҙерләне.
Фотолар ауыл биләмәһе хакимиәтенән