Иҫән сағында уҡ легендаға әүерелгән кеше ул, исеме генә лә дошмандарҙың ҡотон алған. Гитлер Мурзинды үҙенең шәхси дошманы тип иғлан иткән һәм уны тотҡан өсөн өс миллион рейхсмарка вәғәҙәләгән.
Даян Мурзин – Чехия һәм Словакия илдәрендә киң билдәле шәхес – Чехословакияның милли геройы, Чехияның һәм Словакияның 15 ҡалаһының почетлы гражданы. Словакияның Злин ҡалаһының үҙәк майҙаны майор Мурзиндың исемен йөрөтә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташыбыҙ Ян Жижка исемендәге партизандар бригадаһы менән етәкселек итә һәм дошмандарға ҡаршы ҡаһармандарса көрәшә. Даян Мурзин Ҡыҙыл байраҡ (ике тапҡыр), I һәм II дәрәжә «Ватан һуғышы», Ҡыҙыл Йондоҙ (ике тапҡыр) ордендары, I һәм II дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән.
1999 йылда Өфө ҡала Советы Даян Мурзинға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исемен бирә. Ҡала урамдарының береһе Даян Мурзин исемен йөрөтә.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ менән бәйле Чехословакияла киң форматлы өс фильм төшөрөлгән. Мурзин тураһында шулай уҡ Алексей Петровтың «Именем героев», Федор Тимофеевтың «В сердце и памяти», Генрих Гофмандың «Ҡара генерал» тигән китаптарында уҡырға мөмкин. Башҡорт яҙыусыһы Ибраһим Абдуллиндың «Миләүшә яҙҙы саҡыра» исемле пьесаһы ла Мурзинға арналған.
Асыҡ сығанаҡтарҙан