Бәләбәй ҡалаһы Башҡорт гимназия-интернатының 1-се һәм 3-сө класс уҡыусылары Ленинградты фашистарҙың блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнөнә арналған мөһим сарала ҡатнашты. Балалар бергәләп Ленинград халҡының ҡаһарманлығы һәм тарихи хәтерҙең әһәмиәте хаҡында һөйләгән «Тынлыҡты уйларға» («Думать тишину») фильмын ҡараны.
Фильм балаларға көслө тәьҫир итте һәм ауыр ҡамауҙы кисергән ҡала халҡының ҡаһарманлығы тураһында уйланырға мәжбүр итте. Был сара илһөйәрлек һәм Ватаныбыҙ тарихына хөрмәт тәрбиәләүҙең мөһим өлөшөнә әүерелде.
Мәғлүмәт һәм фотолар гимназия-интернаттың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән