Еңеүгә - 80 йыл
23 Июль , 05:00

Бәләбәй районында үҫкән һалдаттың «Батырлыҡ өсөн» миҙалы 80 йылдан һуң табылған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы һалдатының туғандарына Латвияла Цере ҡасабаһынан ике километр алыҫлыҡта ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды.

Бәләбәй районында үҫкән һалдаттың «Батырлыҡ өсөн» миҙалы 80 йылдан һуң табылғанБәләбәй районында үҫкән һалдаттың «Батырлыҡ өсөн» миҙалы 80 йылдан һуң табылған
Бәләбәй районында үҫкән һалдаттың «Батырлыҡ өсөн» миҙалы 80 йылдан һуң табылған

Эҙәрмәндәр миҙалдың Бәләбәй районының Мартынов ауылында тыуып үҫкән Василий Чистиковтыҡы булыуын асыҡланы.

Республикаға награданы Front-Line берекмәһе етәксеһе Андрей Лазурин ярҙамында кире ҡайтарырға мөмкин булды. Миҙал республиканың Хәрби Дан музейында һаҡланасаҡ, тип ҡарар ителгән.

Әйткәндәй, награда хужаһы Василий Иванович Чистиков 1926 йылда тыуған 1943 йылдың ноябрендә фронтҡа алынған. Ленин орденлы Харьков-Витебск Ҡыҙыл Байраҡлы дивизияһының 4-се уҡсылар ротаһында, 213-сө гвардия уҡсылар полкында хеҙмәт итә.

Һалдаттың миҙалы 1945 йылда Курлянд ҡаҙанлығы районында алышта юғала. 80 йылдан һуң, 2025 йылдың яҙында, уны Латвияла, Цере ҡасабаһынан 2 километр алыҫлыҡта табалар.

Василий Иванович һуғышты үтеп, өйөнә ҡайтҡан, «Батырлыҡ өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Берәүҙәр русофобияға бирелгәндә, икенселәр совет яугирҙарының героик үткәне тураһында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай.

Бәләбәй районында үҫкән һалдаттың «Батырлыҡ өсөн» миҙалы 80 йылдан һуң табылған
Бәләбәй районында үҫкән һалдаттың «Батырлыҡ өсөн» миҙалы 80 йылдан һуң табылған
Бәләбәй районында үҫкән һалдаттың «Батырлыҡ өсөн» миҙалы 80 йылдан һуң табылған
Автор:Мила Любченко әҙерләне
Читайте нас