Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
10 Ноябрь 2021, 15:00

Өс саҡрым һайын – фотовидеотеркәү камералары

Юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы кәметеү өсөн республикалағы федераль трассаларҙа 2022 йылдың башына өс саҡрым һайын видеокамералар торасаҡ.

Өс саҡрым һайын – фотовидеотеркәү камералары
Өс саҡрым һайын – фотовидеотеркәү камералары

Быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостанда автоһәләкәттә 353 кешенең ғүмере өҙөлгән. Тағы 3 302-һе төрлө йәрәхәттәр алған.

Республика Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Севастьянов һүҙҙәренсә, үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәбе – автомобилдәрҙең бәрелешеүе һәм йәйәүлеләрҙе тапатыу.

Юл-транспорт ваҡиғаларының күпселеге Өфөлә, Баймаҡ, Белорет, Туймазы, Ишембай райондарында, Сибайҙа һәм Октябрьскийҙа теркәлә.

Радий Хәбиров етәкселегендәге аварияларҙы кәметеү буйынса кәңәшмәлә белгестәр хәбәр итеүенсә, юлдарҙа үлем осраҡтарын кәметеү өсөн светофорҙар, билдәләр, ҡоймалар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплекстары ҡуйыла, япма ремонтлана.

Быйыл федераль юлдарҙа 800 камера монтажлана, был ғәмәлдәгеләре менән менән бергә 1 800 комплекс була. Бынан тыш, федераль трассаларҙа 100 өҫтәмә фотовидеотеркәү комплексы ҡуйылды. 2022 йылдың 1 мартына тиклем тағы ла ошондай 50 камера урынлаштырыла.

Автор:
Читайте нас: