Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
24 Февраль 2022, 15:10

Рәсәйҙә 24 февралдә 12 аэропорттың эше туҡтатылды

Украиналағы хәлгә бәйле, 2022 йылдың 24 февраленән Рәсәйҙең көньяғындағы бер нисә аэропортҡа осоу ваҡытлыса сикләнде.

Рәсәйҙә 24 февралдә 12 аэропорттың эше туҡтатылды
Рәсәйҙә 24 февралдә 12 аэропорттың эше туҡтатылды

Сикләү 2022 йылдың 2 мартына тиклем ғәмәлдә була. Ростов (Платов), Краснодар (Пашковский), Анапа (Витязево), Геленджик, Элиста, Ставрополь, Белгород, Брянск, Орел, Курск, Воронеж, Симферополь аэропорттарының эше ваҡытлыса туҡтатылды.

Билдәле булыуынса, Өфө аэропортында Дондағы Ростовҡа рейс туҡтатылды. Платов аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авиация властарының көньяҡ һауа киңлеген файҙаланыуҙы тыйыуына бәйле, Дондағы Ростовҡа осҡан өс иртәнге рейс запас аэродромдарға төштө. Авиакомпания вәкилдәре туҡтатылған рейстарҙың пассажирҙары менән эшләй.

Автор:
Читайте нас: