Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
25 Февраль 2022, 10:30

Пассажирҙар өсөн - өҫтәмә поездар

Рәсәй тимер юлдары илдең көньяҡ ҡалаларынан өҫтәмә поездар тәғәйенләй.

Пассажирҙар өсөн - өҫтәмә поездар
Пассажирҙар өсөн - өҫтәмә поездар

Рәсәй тимер юлдары Рәсәйҙең көньяҡ ҡалаларынан өҫтәмә поездар тәғәйенләй, билдәле бер билет хаҡы була, тип хәбәр итте компания.

«Әлеге ваҡытта Рәсәй тимер юлдары Адлерҙан, Анапанан, Новороссийскиҙан, Сочиҙан һәм Рәсәйҙең башҡа көньяҡ ҡалаларынан өҫтәмә поездар тәғәйенләү буйынса эш алып бара. Шулай уҡ ғәмәлдәге составтарға өҫтәмә вагондар тағыла. Һорауҙың артыуы пассажирҙар өсөн юл хаҡына йоғонто яһамаһын өсөн билетҡа билдәле бер хаҡ ҡуйыла», — тиелә Рәсәй тимер юлдарының компанияның рәсми белдереүендә.

Рәсәй тимер юлдары селтәрендә пассажир поездары расписание буйынса йөрөй, вокзалдар штат режимында эшләй, тип билдәләнеләр Рәсәй тимер юлдарында.

Автор:
Читайте нас: