Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
25 Февраль 2022, 17:00

Ярҙам кәрәкме? Шылтырат

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Ғаилә» республика ресурс үҙәге, Республика наркология үҙәге махсус акция ойоштора.  

Ярҙам кәрәкме? Шылтырат
Ярҙам кәрәкме? Шылтырат

2 – 3 мартта иртәнге 10-дан киске 8 сәғәткә тиклем «Айыҡ ауыл — 2021» республика конкурсы буйынса ғаиләләге конфликттарҙы хәл итеү һәм иҫкәртеү, көс ҡулланыуҙан зыян күреү, йәберләнеү, айырылышыу мәсьәләләре буйынса тематик «ҡыҙыу линия» эшләйәсәк, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

8-800-347-5000 телефонына шылтырата алаһығыҙ. Белгестәр башҡорт һәм рус телдәрендә яуап бирәсәк.

Аноним һәм бушлай.

Автор:
Читайте нас: