Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
26 Февраль 2022, 11:10

Санкцияға эләккән банктарҙың карталары ApplePay һәм GooglePay менән эшләмәй

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, АҠШ 11 юридик шәхескә, шул иҫәптән Һаҡлыҡ банкы, Газпромбанк һәм ВТБ-ға ҡаршы санкциялар индерҙе.

Санкцияға эләккән банктарҙың карталары ApplePay һәм GooglePay менән эшләмәй
Санкцияға эләккән банктарҙың карталары ApplePay һәм GooglePay менән эшләмәй

АҠШ-тың бөтә финанс институттарына 30 көн дауамында санкцияға эләккән Һаҡлыҡ банкының корреспондент иҫәптәрен ябырға ҡушылды. Шулай уҡ «Открытие» банкына, Новикомбанкка һәм Совкомбанкка ҡаршы санкциялар иғлан ителде.

«Көнбайыш дәүләттәренең санкцияларына эләккән банктарҙың карталары Рәсәйҙә бер ниндәй сикләүһеҙ эшләй. Клиенттарҙың картаға бәйләнгән иҫәбендәге аҡсаһы тулыһынса һаҡланған, уны теләгән ваҡытта алырға була», —  тип билдәләнеләр Үҙәк банкта.

Шул уҡ ваҡытта санкцияларға эләккән банктарҙың (ВТБ төркөмө, Совкомбанк, Новикомбанк, Промсвязьбанк, Открытие банктары) клиенттары сит илдәрҙә ошо банктарҙың карталары менән түләй, уларҙы санкцияларҙы хуплаған илдәрҙә теркәлгән онлайн-магазиндарҙа һәм хеҙмәт агрегаторҙарында хеҙмәттәргә түләү өсөн файҙалана алмай.

Бынан тыш, был банктарҙың карталарын Apple Pay, Google Pay сервистары менән ҡулланып булмай, әммә Рәсәй биләмәһендә ошондай карталар буйынса стандарт контактлы йәки контактһыҙ түләү мөмкинлеге бар.  

Автор:
Читайте нас: