Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
4 Март 2022, 15:48

Яҡташтарыбыҙ араһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандар бар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында ауыр хәбәр еткерҙе.

Яҡташтарыбыҙ араһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандар бар
Яҡташтарыбыҙ араһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандар бар

«Ейәнсура районында тыуып үҫкән өлкән лейтенант Алексей Кондратьев хәрби поста һәләк булған. Офицер китеп барған автомобиль ҡурҡыныс юл фажиғәһенә осраған. Уның Иҫәнғол ауылында ата-әсәһе, ҡатыны һәм биш айлыҡ сабыйы ҡалған. Өлкән сержант Кузьма Николаевтың да хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән. Яҡташтарыбыҙҙың туғандарының, яҡындарының, хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙ уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтербеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Конференцияла ҡатнашыусылар өлкән лейтенант Алексей Кондратьевты һәм өлкән сержант Кузьма Николаевты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Автор:
Читайте нас: