Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
6 Май 2022, 13:00

Өфөлә йәнә ер убылған!

Уҙған төндә Өфөнөң Урман тыҡрығы урамындағы 3/2-се йорто янында йәнә ер убылған.

Өфөлә йәнә ер убылған!
Өфөлә йәнә ер убылған!

Тәүге тикшереү унда диаметры –   50, тәрәнлеге – 5 метр булған соҡор барлыҡҡа килеүен күрһәтте, тип хәбәр итә ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығы.

Баш ҡала хеҙмәттәре ер убылыуҙың сәбәптәрен асыҡлай һәм тейешле эштәр алып бара. Ер ултырған участка кәртәләп алынған. Ваҡиға урынына Өфө мэры Ратмир Мәүлиев та барған.

Автор:
Читайте нас: