Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Сентябрь 2022, 20:45

Республикала ҡырау һәм томан төшөүе ихтимал

Башҡортостанда урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, төндә аяҙытҡанда -2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин.

Республикала  ҡырау һәм томан төшөүе ихтимал
Республикала ҡырау һәм томан төшөүе ихтимал

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +2, +7, аяҙытҡанда -2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшә, көндөҙ +9, +14 градус. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

 

Автор:
Читайте нас: