Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
12 Декабрь 2022, 11:00

Башҡорт шихандарының әһәмиәтен танырҙармы?

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә башҡорт шихандарының ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы статусын алыуға яҡынайыуы хаҡында белдерелде.

Башҡорт шихандарының әһәмиәтен танырҙармы?
Башҡорт шихандарының әһәмиәтен танырҙармы?

«Башҡорт шихандары Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы статусын алыуға бер аҙым яҡынлашты. Улар ошондай исемгә тәҡдим ителгән объекттарҙың алдан төҙөлгән исемлегенә индерелгән. Был республика өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә?

Билдәле булыуынса, ЮНЕСКО – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһының иң абруйлы ойошмаларының береһе, унда шихандарҙың юғары ҡиммәтен, әһәмиәтен таныйҙар. Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү шихандарҙы һаҡлау ысулы ғына түгел. Ул – донъя кимәлендәге дан, һөҙөмтәлә ҡеүәтле иҡтисади үҫешкә юл.

Шихандарыбыҙҙың юғары статус алыуы йәһәтенән ыңғай ҡарар көтәбеҙ һәм туризм инфраструктураһын үҫтереүҙе дауам итәбеҙ», – тиелә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте төркөмөндә.

Фото: Башҡортостан Башлығы Хакимиәте.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: