Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
15 Декабрь 2022, 17:00

Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы була

2023 йыл Башҡортостанда Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителде. Был турала Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров белдерҙе.

Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы була
Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы була

«Һәр беребеҙҙең тыуған төйәге бар. Беҙ шунда тыуғанбыҙ, тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡанбыҙ, мәктәп тамамлағанбыҙ. Мин тыуған ауылымда биш йыл йәшәнем, кемдер ун, егерме, кемдер ғүмере буйына ошо ерҙә йәшәй. Кемдер – ауылда, кемдер ҡалала тыуған. Әммә шуны беләм: һәр кешенең үҙенең тамырҙары менән бәйләнеше, тыуған төйәге өсөн изге ғәмәлдәр ҡылыу теләге бар. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, әгәр бөтәбеҙ ҙә тыуған төйәгебеҙ өсөн файҙалы эш башҡарһаҡ, ниндәй шәп һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин! Республикала йәшәүселәрҙең быны юғары баһалар тип уйлайым», – тине Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас: