Бәләбәй районы ЮХХДИ бүлегенән 1-нән 9 ғинуарға тиклемге осорҙа юл-транспорт ваҡиғалары һаны уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда аҙыраҡ булған, тинеләр. 2025 йылдың 9 ғинуарына районда 15 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
– Шулай ҙа байрамдарҙа юлдарҙа зыян күреүселәр булды, –тип хәбәр итте Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ бүлеге начальнигы Урал Ғибәҙуллин. – Өс кеше төрлө дәрәжәләге йәрәхәттә алған.
Иҫерек водителдәр һаны ла кәмегән. Ғинуарҙың тәүге ун көнөндә ЮПХ хеҙмәткәрҙәре транспорт сараларына иҫерек хәлдә идара иткән һигеҙ водителде тотҡан.
ЮХХДИ бүлегендә әйтеүҙәренсә, ЮПХ нарядтары көсәйтелгән режимда эшләй. Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, эскән килеш руль артына ултырмағыҙ!