Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, был хәл кисә кис, 2 мартта, булған. Шәхси йортта газ плитәһендә һыу йылытҡанда 1-ҙән 9 йәшкә тиклемге биш бала һәм уларҙың әсәләре үҙҙәрен насар тоя башлайҙар. Ағыуланыу билдәләре менән улар дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Хәҙер уларҙың ғүмерҙәренә бер нәмә лә янамай.
Ғәҙәттән тыш хәл булған урынға тәфтиш-оператив төркөм йүнәлгән. Бер нисә экспертиза тәғәйенләнгән. Хәлдең сәбәптәре асыҡлана.