

2024 йылдың 1 июнендә Приютта полиция хеҙмәткәре һөжүмгә дусар була. Енәйәт эҙләү хеҙмәткәре конфликтты туҡтатырға тырышып, ике йәш кеше араһындағы ыҙғышҡа ҡыҫыла. Әммә рәхмәт урынына фигуранттар уға йоҙроҡтары менән ташлана.
Һөжүм итеүселәр полиция хеҙмәткәренең өйөнә килгәс, хәл киҫкенләшә. Улар уны мыҫҡыллауын һәм ҡурҡытыуын дауам итә, ә һуңынан тағы туҡмай. Һөҙөмтәлә полиция хеҙмәткәре һаулығына уртаса ауырлыҡтағы зыян ала.
Суд һөжүм итеүселәрҙе ғәйепле тип тапҡан һәм хөкөм сығарған. Фигуранттарҙың береһе дөйөм режимлы колонияла – 5 йылға, икенсеһе 3 йылға иркенән мәхрүм ителде, тип хәбәр иттеләр Рәсәйҙең БР буйынса Тәфтиш комитетынан.