Хәл-ваҡиғалар
12 Май , 06:00

Бәләбәйҙә йәшәүсе дәүләт наградаһын урлаған

Бәләбәйҙә йәшәүсе дәүләт наградаһын урлаған өсөн судта яуап бирәсәк. 43 йәшлек егет урлашыуҙа һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын законһыҙ һатып алыуҙа ғәйепләнә.

Бәләбәйҙә йәшәүсе дәүләт наградаһын урлағанБәләбәйҙә йәшәүсе дәүләт наградаһын урлаған
Бәләбәйҙә йәшәүсе дәүләт наградаһын урлаған

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың декабрендә ир танышында ҡунаҡта булған. Ул, ҡатындың йоҡлап киткәненән файҙаланып, дрель-шуруповёрт, акустик колонка (дөйөм суммаһы 37 мең һум) урлаған. Бынан тыш, йорттан дәүләт наградаһы - Батырлыҡ ордены урланған, уны үлгәндән һуң зыян күреүсе менән өйҙәш йәшәгән ирҙе бүләкләгәндәр.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Быға тиклем дә ул милеккә ҡаршы енәйәттәре өсөн хөкөм ителгән булған.

Енәйәт эше ҡарау өсөн Бәләбәй ҡала судына ебәрелгән.

Елена Петрова фотоһы

Автор:Регина Иванова
Читайте нас