

Асыҡланыуынса, автомобиль хужаһы алып китеү өсөн ирекһеҙҙән шарттар тыуҙырған: иғтибарһыҙлығы арҡаһында ул асҡысты ҡабыҙыу йоҙағында ҡалдырған. Енәйәтсе өсөн был ысын табыш - двигателен эшләтеп ебәреү өсөн бер ниндәй ҙә өҫтәмә көс һалырға тура килмәй.
«Оператив-эҙләү саралары барышында машинаны урланған урынынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта тапҡандар. Енәйәтсенең шәхесе асыҡланған. Ул ошо ауылда йәшәүсе 17 йәшлек ир булып сыҡҡан. Ул машинала бер үҙе булған. Енәйәт ҡылыуына үкенгән һәм урлап китеүен таныған», - тип һөйләнеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығында.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Елена Петрова фотоһы