Хәл-ваҡиғалар
10 Июля , 12:00

Бер ҡыҙ арҡаһында һуғышҡандан һуң реанимацияға эләккән

Бәләбәйҙә полицейскийҙар 24 йәшлек ғәйепләнеүсене ауыр тән йәрәхәттәре һалғаны өсөн ҡулға алған.

Бер ҡыҙ арҡаһында һуғышҡандан һуң реанимацияға эләккәнБер ҡыҙ арҡаһында һуғышҡандан һуң реанимацияға эләккән
Бер ҡыҙ арҡаһында һуғышҡандан һуң реанимацияға эләккән

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бер нисә көн элек ҡала урамдарының береһендә үтеп барыусылар аңһыҙ ятҡан 34 йәшлек ирҙе тапҡан. Зыян күреүсе полиция хеҙмәткәрҙәренә үҙенең һаҡһыҙлығы арҡаһында йәрәхәтләнеүе тураһында һөйләгән һәм суд-медицина экспертизаһынан баш тартҡан. Бер нисә көндән ирҙең хәле ҡапыл насарайған, ул ауыр баш йәрәхәте менән реанимация бүлегенә оҙатылған.

Шунан һуң зыян күреүсенең әсәһе улына һөжүм итеүҙәре тураһында ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткән. Тәртип һаҡсылары үҙ ғәйебен таныған кешене ҡулға алған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, конфликт Бәләбәйҙәге күңел асыу йорттарының береһендә булған: бер таныш ҡыҙ арҡаһында ирҙәр араһында ыҙғыш сығып, һуғышыуға күскән.

Ошо осраҡ буйынса «сәләмәтлеккә ауыр зыян килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:
Читайте нас