Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2021, 17:00

Подлесное – «Сәләмәт ауыл»

«Сәләмәт ауыл» конкурсының маҡсаты итеп тажзәхмәт сиренә халыҡта коллектив иммунитет яһау һәм вакцина яһатыусыларҙы арттырыу һайланғайны. Ул 28 июлдә старт алды.

Подлесное – «Сәләмәт ауыл»
Подлесное – «Сәләмәт ауыл»

Унда республиканың ауылдары булған барлыҡ райондары ҡатнашты, тип хәбәр итте социаль селтәр сәхифәһендә БР Башлығы Радий Хәбиров. 

Конкурс мәлендә урындарҙа халыҡ менән осрашыу, төпкөл урындарҙа мобиль ФАП-тар эшен ойоштороу, социаль селтәр флешмобтары кеүек саралар уҙҙы. Еңеүселәр бер нисә номинацияла билдәләнде: «эре ауылдар» (халҡы 3 мең кешенән артҡан); «ҙур ауылдар» (халҡы 1 меңдән 3 мең кешегә тиклем); «урта ауылдар» (халҡы 200-ҙән 1 мең кешегә тиклем) һәм «бәләкәй ауылдар» (халҡы 200 кешегә тиклем). Һуңғы номинацияла беҙҙең Бәләбәй районының Подлесное ауылы икенсе урын алды.
Беренсе урын алыусыларға 450 мең һум, икенсе урынға – 400 меңешәр һум, өсөнсө урындағы өсәр ауылдың һәр береһенә 350 мең һум биреләсәк. Был аҡсаны ҡайҙа тотонорҙо халыҡ үҙе хәл итәсәк. 

Автор:
Читайте нас: