Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2022, 15:00

Генерал Шайморатов исемендәге отряд ирекмәндәре: «Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»

Башҡортостанда Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальонды оҙатыу сараһы уҙҙы.

Генерал Шайморатов исемендәге отряд ирекмәндәре: «Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»
Генерал Шайморатов исемендәге отряд ирекмәндәре: «Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»

Республика Башлығы Радий Хәбиров яугирҙәргә изге теләктәрен еткерҙе һәм батальон командирына подразделениеның хәрби байрағын тапшырҙы.

Батальонды ойоштороу башланғысын хәрби хеҙмәт ветерандарының республика йәмәғәт ойошмалары тәҡдим итте. Яҡташтарыбыҙҙы бер хәрби сафҡа йыйыу идеяһын башҡа ветерандар, патриот-йәмәғәтселәр һәм Украина биләмәһендә махсус хәрби операция барышында хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөргә йыйынған ирекмәндәр күтәреп алды.

«Хөрмәтле иптәштәр! Ҡәҙерле дуҫтар, яҡташтар!

Бөгөн республикабыҙ тарихында үҙенсәлекле көн. 80 йылдан ашыу элек Өфөнөң Совет майҙанында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы байрағы тапшырылған. Бөгөн беҙҙең егеттәр йәнә фашизмға ҡаршы көрәшергә, илебеҙҙе һаҡларға китә.

Донбасс менән беҙҙе тығыҙ мөнәсәбәттәр бәйләй. Оҙаҡ йылдар беҙ шунда йәшәгән халыҡҡа ярҙам итәбеҙ. Бөгөн беҙҙең табиптар, төҙөүселәр һәм ирекмәндәр унда эшләй. Әммә уларға хәрби ярҙам да кәрәк. Беҙ һәр саҡ һеҙҙең янығыҙҙа булырбыҙ, һеҙгә ярҙам күрһәтербеҙ. Республика һеҙҙе көтә. Еңеү менән ҡайтығыҙ. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны ирекмәндәре булыуҙың оло хөрмәткә лайыҡ икәнен онотмағыҙ. Хәйерле сәғәттә!», – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, батальон яугирҙәре алдында сығыш яһап.

Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич билдәләүенсә, батальонға алынғандарҙың барыһы ла ҡыйыу аҙым яһаған.  

«Һеҙ ышаныслы, дуҫ коллектив булып ҡалырһығыҙ тип ышанам. Уңышлы хәрби әҙерлек үтеүегеҙҙе һәм хәрби бурыстарҙы уңышлы башҡарып сығыуығыҙҙы теләйем»,  – тине хәрби комиссар.

Башинформ

 

 

Генерал Шайморатов исемендәге отряд ирекмәндәре: «Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»
Генерал Шайморатов исемендәге отряд ирекмәндәре: «Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»
Генерал Шайморатов исемендәге отряд ирекмәндәре: «Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»
Генерал Шайморатов исемендәге отряд ирекмәндәре: «Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»
Генерал Шайморатов исемендәге отряд ирекмәндәре: «Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»
Генерал Шайморатов исемендәге отряд ирекмәндәре: «Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»
Генерал Шайморатов исемендәге отряд ирекмәндәре: «Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»
Генерал Шайморатов исемендәге отряд ирекмәндәре: «Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»
Генерал Шайморатов исемендәге отряд ирекмәндәре: «Батырҙарса алышырбыҙ, Еңеү менән ҡайтырбыҙ»
Автор:
Читайте нас: