Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2022, 13:00

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең 100 йыллығы билдәләнде

Геройҙың тыуған яғы Илештә Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды. Легендар осоусының һыны Үргә Йәркәй ауылында ҡуйылды.

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең 100  йыллығы билдәләнде
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең 100 йыллығы билдәләнде

9 июлдә Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулды. Ошо уңайҙан Өфөнөң Еңеү паркында уның ҡәберенә сәскәләр һалынды, тантаналы митинг уҙҙы. Муса Гәрәев Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 250-гә яҡын осош яһап, дошманды тар-мар итеүҙә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.

Первушин аэродромында ла Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап авиаһәүәҫкәрҙәр слеты ойошторолдо. Унда 100-ҙән ашыу пилот ҡатнашты. Тамашасылар өсөн үҙенсәлекле программа булды. Мәҫәлән, ретро-самолеттар күргәҙмәһен ҡарарға мөмкин ине. Экспозицияға 1942 йылда сығарылған легендар У-2 самолеты ҡуйылды. Бер майҙансыҡта 50-гә яҡын осҡосто күрергә булды.

Автор:
Читайте нас: