Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2022, 15:00

Сит ил автомобиле алыу еңелләште

Рәсәй Хөкүмәте сит илдәрҙән индерелгән автомобилдәргә мотлаҡ талаптарҙы ваҡытлыса ғәмәлдән сығарҙы. Тейешле күрһәтмәгә хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Сит ил автомобиле алыу еңелләште
Сит ил автомобиле алыу еңелләште

Транспорт сараһын Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында теркәү өсөн хәҙер ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн ЭРА-Глонасс ҡоролмаһы менән йыһазландырыу мотлаҡ талап ителмәй.

Был сара Рәсәй етештереүселәренең көнбайыш санкцияларына бәйле ваҡытлыса ауырлыҡтар кисереүе менән бәйле раҫланған. Ябайлаштырылған теркәү тәртибе 2023 йылдың 1 февраленә тиклем ғәмәлдә ҡала. Был мөҙҙәт эсендә етештереүселәр тейешле логистика селтәрен яңынан ҡорорға һәләтле.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас: