Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июль 2022, 11:00

Башҡорт балына етәме һуң!?

Башҡорт балы Рәсәйҙә төбәк брендтарының иң танылғандары иҫәбенә ингән.

Башҡорт балына етәме һуң!?
Башҡорт балына етәме һуң!?

18 йәштән өлкән 3700-ҙән ашыу респонденттар араһында Работа.ру сервисы шундай тикшереү уҙғарған.

Башҡортостандың милли аҙығы иң билдәле ун бренд иҫәбенә ингән. Был унау исемлегендә шулай уҡ Тула перәниге, Ырымбурҙың мамыҡ шәле, Адыгей сыры, Әстерхан ҡарбузы һәм Татарстан сәк-сәге бар.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, рәсәйҙәрҙең өстән ике өлөшө төбәктәрендә «визит карточкаһы» барлығын белә, ә 34 проценты йәшәгән урындарында халыҡ бренды барлығы хаҡында тураһында белмәй икән.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: