Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2022, 15:00

«Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһының проекты билдәләнде

Уны Пермдең «Проектплюс» компанияһы эшләне, тип хәбәр итә баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте.

«Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһының проекты билдәләнде
«Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһының проекты билдәләнде

22 июлдә ҡала хакимиәте стеланы урынлаштырыу йәһәтенән подряд ойошмаһын электрон рәүештә билдәләү өсөн асыҡ конкурс иғлан итте. Контрактты августа төҙөү ниәтләнә. Был маҡсатҡа 95, 07 млн аҡса бүлергә әҙерлектәре хаҡында хәбәр ителә. Төбәк һәм муниципаль бюджеттар финанслау сығанағы буласаҡ. Контракт шарттарын еңеүсе 2022 йылдың 30 ноябренә үтәргә тейеш.

Хәтерләүегеҙсә, тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса стела урыны итеп ҡалаға ингән ерҙәге күперҙәрҙән һуң Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры һайланды.

«Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» маҡтаулы исеме Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡы еңеүгә тос өлөш индергән ҡалаларға бирелә. 2020 йылдың 2 июлендә Рәсәй президенты Владимир Путин 20 ҡалаға, шул иҫәптән Өфөгә лә, ошо исемде биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

«Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһының проекты билдәләнде
«Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһының проекты билдәләнде
Автор:
Читайте нас: