Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2022, 11:00

Бурыс саҡыра

Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондарында хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу тамамланды.

Бурыс саҡыра
Бурыс саҡыра

Уның һөҙөмтәләре буйынса 153 егет (133-ө  Бәләбәйҙән) әрмегә ебәрелгән. Саҡырыу нормаһы тулыһынса үтәлгән. Был хаҡта Бәләбәй  ҡалаһы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары хәрби комиссары Рөстәм Сәхәбов хәбәр итте.

– Саҡырыу кампанияһы махсус хәрби операция уҙғарыу менән һис бәйләнмәгән: унда ҡатнашырға контракт буйынса хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәр ебәрелә, – тип аңлатма бирҙе ул.

Саҡырыу комиссиялары ултырыштарына 614 кеше саҡырылған, уларҙың 72-һе сәләмәтлектәре торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылған. Әйтергә кәрәк, был юлы хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан һөйәк-мускул системалары, тире, ҡан әйләнеше һәм күҙ ауырыуҙары булған йәштәр азат ителгән.

Теге йәки был ғәскәрҙәргә егеттәрҙе ебәрер алдынан белгестәр һәр ҡайһыһының шәхси эшен тикшерә, физик яҡтан таҙалығын, белемен һәм теләге булыу-булмауын ҡарай.

– Шулай уҡ егеттәр ниндәй ғәскәрҙәргә, ҡайһы вазифаларға ебәрергә мөмкинлеген асыҡлау маҡсатында һөнәри-психлогик һайлау тестары үтте, – тип өҫтәне Рөстәм Мәғҙән улы.

Хеҙмәткә барырға теләмәүселәр ҙә булған. Тәфтиш комитетына – ике, судҡа 11 кешенең эше тапшырылған.

Хәрби комиссар билдәләүенсә, бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә хеҙмәт урынына ваҡытында барып еткән. Көҙгө саҡырыу 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем барасаҡ.

Регина Фәйезова материалы буйынса

Бурыс саҡыра
Бурыс саҡыра
Бурыс саҡыра
Бурыс саҡыра
Автор:
Читайте нас: