Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2022, 12:00

Радий Хәбиров социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә дәүләт заказын үтәү буйынса семинарҙа ҡатнашты

«Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров Рәсәй Финанс министрлығы семинар-кәңәшмәһенең пленар сессияһында ҡатнашты. Уның темаһы — социаль өлкәлә дәүләт заказын үтәү буйынса пилот проекттары менән идара итеү.

Радий Хәбиров социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә дәүләт заказын үтәү буйынса семинарҙа ҡатнашты
Радий Хәбиров социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә дәүләт заказын үтәү буйынса семинарҙа ҡатнашты

Семинарға илдең финанс системаһы һәм социаль өлкәһенең 250-нән ашыу эксперты — федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар, төбәк власы органдары вәкилдәре, шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм үҫеш институттары белгестәре йыйылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшҡыуарлыҡҡа бюджет финанслауы нигеҙендә хеҙмәттәр күрһәтеү хоҡуғы өсөн дәүләт учреждениелары менән уңышлы конкурентлыҡ итергә мөмкинлек биргән социаль заказ механизмдарын индереүҙең көнүҙәклеген билдәләне.

«Дәүләт, һис шикһеҙ, мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итә. Әммә дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эше тығыҙ булыуы сәбәпле, халыҡ социаль хеҙмәттәргә ҡытлыҡ кисерә. Шуға социаль заказ — гражданлыҡ йәмғиәте институттарын һәм бизнесты дәүләттең мөһим бурыстарын үтәүгә йәлеп итеү идеяһы барлыҡҡа килде, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Башҡортостан өс йүнәлеш буйынса социаль заказ индереүҙең пилот проектына әүҙем ҡушылды. Өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, спорттың айырым төрҙәре буйынса башланғыс спорт әҙерлеге, мәктәп йәшендәге балалар сәйәхәт итә алһын өсөн шарттар булдырыу».

Алексей Лавров Башҡортостандың социаль хеҙмәттәр күрһәтеү системаһын үҫтереүҙәге уңышлы эш тәжрибәһен билдәләне.

Семинарҙа ҡатнашыусылар власть органдары эшен һанлаштырыу, социаль хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү, шулай уҡ дәүләт заказы механизмдарын файҙаланыу йүнәлештәрен үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Пленар сессиянан һуң үткән осрашыуҙа Радий Хәбиров һәм Алексей Лавров республикала социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль финанслауҙы йәлеп итеүҙе, бюджет аҡсаһын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы тикшерҙе.

Башинформ мәғлүмәте буйынса

Автор:
Читайте нас: