Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2022, 11:00

Башҡортостан археологтары уникаль ҡомартҡы асыҡланы

Баш ҡала янында ғына урынлашҡан Подымалов ауылы эргәһендәге экспедицияла бығаса булмаған күләмдә керамик әйберҙәр табылды.

Башҡортостан археологтары уникаль ҡомартҡы асыҡланы
Башҡортостан археологтары уникаль ҡомартҡы асыҡланы

Әгәр быға тиклем тотош төбәктә тиҫтәгә яҡын балсыҡтан әүәләнгән көнкүреш әйберҙәре ҡалдыҡтары табылһа, был юлы археологтар бер урында ғына йөҙәрләгән керамик әйберҙәргә юлыҡты.

Был иһә ошо ерлектә йәшәгән халыҡ тураһында күпте һөйләй, ти белгестәр. Өнһөҙ ҡомартҡылар нимә бәйән итә?

Һөйәк, ағас, таш, тимер,  балсыҡтан эшләнгән әйберҙәр. Был археологик экспедицияла ҡул ҡаушырып ултырыу мөмкин түгел. Ҡомартҡылар шул тиклем күп, хатта белгестәр теркәп тә өлгөрмәй.

Йыш ишетеп тораһығыҙҙыр, бында тимер таптыҡ, керамика сығарҙыҡ тигән тауыштарҙы. Ҡаҙыныу эштәре алып барыусыларға кәйефһеҙ ултырырға тура килмәй. Ҡомартҡыларҙың күплеге лә бит бай тарих һөйләй. Тимәк, бында күскенселәр түгел, ә ултыраҡ тормош алып барыусылар йәшәгән.

Тап керамиканың күплеге лә ошо фараздарҙы иҫбатлай. Археологтар бында ситтән килтерелгән, ҡала тормошона хас ҡиммәтле һауыт-һаба өлгөләрен таба. Башлыса улар Алтын Урҙа дәүеренә ҡарай. Тимәк был ерлектә аҫаба башҡорттарҙан тыш башҡа халыҡтар ҙа төпләнгән, ти белгестәр. Табылған мал һөйәктәре лә ошо хаҡта фаразларға нигеҙ бирә.

Биҙәүестәр бар икән, тимәк үҙ оҫталары, ситтән килтерелгән әйберҙәр сауҙагәрҙәр булыуы тураһында һөйләй. Белгестәр был урында бай һәм үҙ аллы кешеләр йәшәүен билдәләй.

Подымалов ауылы эргәһендәге археологик ҡаҙыныу эштәре 2017 йылдан алып барыла. Тәүҙә белгестәр илле, йөҙ квадрат метрҙы ғына тикшергән. Йылдан-йыл был уникаль урынға ҡыҙыҡһыныу арта һәм эш майҙаны ла киңәйә.

Радий Хәбировтың Турахан кәшәнәһе янында күскенселәр цивилизацияһының Евразия музейы төҙөтөү башланғысынан һуң эштәр тағы йәнләнде. Быйыл археологтар өс йөҙ квадрат метрҙа Алтын Урҙа дәүерендә йәшәүселәрҙең көнитмешен өйрәнә.

Башньюс

Автор:
Читайте нас: