Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2022, 13:00

Бүздәк районында «БәлешФест» милли аш-һыу фестивале үткәрелә

20 августа Бүздәк ауылының ял һәм спорт паркында көндөҙгө сәғәт 12-лә «БәлешФест» милли аш-һыу фестивале асыла.

Бүздәк районында «БәлешФест» милли аш-һыу фестивале үткәрелә
Бүздәк районында «БәлешФест» милли аш-һыу фестивале үткәрелә

Уны «Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Бүздәк районы хакимиәте ойоштора.

Фестиваль барышында «Бәлеш» арт-объектын асыу тантанаһы, ижади коллективтарҙың сығыштары, рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, мордва, удмурт аш-һыуҙары күргәҙмәһе, милли ризыҡтар һәм эсемлектәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, милли ихаталар буйлап тематик экскурсиялар була. Сарала ҡатнашыу өсөн ғаризалар 10 авгусҡаса фестивалде ойоштороу комитетына ҡабул ителә.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: