Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2023, 14:00

Һәр ихатанан ярҙам

Малиновка ауыл советы ауыл биләмәһендә Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу өсөн «Веселая Роща ауылында зыярат биләмәһен төҙөкләндереү» проектын алғандар. Ҙур булмаған тораҡ халҡы йомғаҡлау йыйылышында уны ғәмәлгә ашырыу өсөн 39 080 һум аҡса йыйырға хәл иткән – һәр ихатанан 1570-әр һум. Шундай уҡ дәүмәлде бағыусылар бирә.

Һәр ихатанан ярҙам
Һәр ихатанан ярҙам

– Проект-смета документтары әҙер. Халыҡ улар менән танышты. Зыяратты металл ҡойма менән уратыу өсөн барлығы 630 165 һум аҡса кәрәк. Беҙ ППМИ-2023 проекттары республика конкурсында еңеү өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Ул сағында республика бюджетынан проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 488 500 һум финанс ярҙамы ала аласаҡбыҙ, ә 63 505 һумын – муниципаль бюджеттан,–  тип һөйләне Малиновка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Мөхәмәҙиев.

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу өсөн Веселая Роща ауылындә йәшәүселәр инициативалар төркөмө һайлаған. Уға ауыл старостаһы Галина Кириллова, шулай уҡ Сергей Солдатов, Наталья Моратханова, Юрий Избойщев ингәндәр.
Ауыл биләмәһенең был программала ҡатнашыу тәжрибәһе бар. Программала ҡатнашыу һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә 2016 йылда Малиновка ауыл клубының түбәһен капиталь ремонтлағандар, шулай уҡ мәҙәниәт усағына инвентарь һәм музыкаль аппаратура һатып алғандар. ППМИ программаһында ҡатнашып, Берек Алға ауылы урамындағы юлды тәртипкә килтергәндәр.

Римма Солтанова әҙерләне.

Фотоны ауыл биләмәһе хакимиәте биргән.

Автор:
Читайте нас: