Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2023, 17:00

Ирекмәндәр форумы уҙғарыу ниәтләнә

Башҡортостан ирекмәндәренең беренсе форумы 2023 йылдың 10 мартында үтә Форум кем өсөн:

Ирекмәндәр форумы уҙғарыу ниәтләнә
Ирекмәндәр форумы уҙғарыу ниәтләнә
  • ололарға, балаларға, хайуандарға һәм мохтаждарға ярҙам иткән ирекмәндәрҙең йәмәғәт берләшмәләре әүҙемселәре һәм координаторҙары, коммерцияға ҡарамаған ойошма, бизнес-структура вәкилдәре һәм муниципаль ирекмәндәр штабы етәкселәре, ирекмәндәре, коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәре өсөн
    Форумда нимә буласаҡ:
      иң әүҙем ирекмәндәрҙе бүләкләйәсәктәр, һәм ирекмән булыуҙың төп йүнәлештәре булып торған социаль, патриотик һәм мәҙәни ирекмәнлек, халыҡ ирекмәнлеген үҫтереү мәсьәләләре тикшереләсәк
      ирекмән-психологтар теләге булғандар өсөн бушлай консультациялар үткәрә, көнүҙәк хәлде диагностикалай һәм хәлде көйләйәсәк
      гуманитар һәм хәйриә ярҙамы йыйыу, хужаһыҙ хайуандар өсөн ярҙам йыйыу ойоштороласаҡ
      республика муниципаль берәмектәренең коммерцияға ҡарамаған ойошмалары, ирекмәндәр штабтары, хәйриә фондтары ҡатнашасаҡ күргәҙмә ойоштороу күҙаллана
    Форумдың үҙәк экспозицияһы - «Башҡортостан Донбасс менән бергә». Ул ирекмәндәрҙең Махсус хәрби операция шарттарындағы эше буйынса үҙ-ара ярҙам йәһәтенән #МЫВМЕСТЕ федераль акцияһының төбәк штабы проекты.
    Изгелек бында йәшәй Унда ҡатнашыу өсөн «заявка биреү»төймәһенә баҫығыҙ
    Ғаризалар 3 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
    Форумды уҙғарыу урыны: «Торатау» конгресс-холы, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2-се йорт.

    #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:
Читайте нас: