Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2023, 13:00

«Ватан» ирекле отряды төҙөлә

«Самурай» ҡушаматлы яугир республикабыҙҙа яңы ирекле формирование ойошторолоуы хаҡында хәбәр итте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан Илгиз Солтанморатов үҙенең социаль сәхифәһендә шул турала яҙған.

«Ватан» ирекле отряды төҙөлә
«Ватан» ирекле отряды төҙөлә

«Ватан» отрядында хәрби тәжрибәһе булған, «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә сыныҡҡан ир-егеттәр төп көстө тәшкил итәсәк.

Шулай уҡ ике ирекле батальонға - Даян Мурзин исемендәге һәм «Төньяҡ амурҙары»на ла кеше йыйыла башлаған.

Отряд командиры «Самурай» белдереүенсә, ирекле рәүештә яуға китеүселәргә республика ла яҡшы ярҙам күрһәтә, ир-егеттәр хәрби хеҙмәттең ауыр шарттарын да ныҡ тороп үткәрә.

Әлбиттә, СВО биләмәһенә китерҙән алда ентекле әҙерлек үтәләр, бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителәләр. 

«Ватан» башҡорт ирекле отряды 60 йәшкә тиклемге сәләмәт ир-егеттәрҙе туплаясаҡ.
Фото: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: