Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2023, 13:00

МХО-ға мобилизацияланғандарға ниндәй өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған?

Хеҙмәткә саҡырылған кешенең биләгән хәрби вазифаһына, хеҙмәт үтеү шарттарына һәм урынына ҡарап, ай һайын һәм башҡа өҫтәмә түләүҙәр түбәндәгесә билдәләнә:

МХО-ға мобилизацияланғандарға ниндәй өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған?
МХО-ға мобилизацияланғандарға ниндәй өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған?

— Айырым хәрби хеҙмәт шарттары өсөн айлыҡ өҫтәмә (бүлексә менән етәкселек иткән өсөн хәрби вазифа - бүлексә командиры, взвод командиры һәм башҡа подразделение командирҙары окладының 20 проценты күләмендә). 

 

— Айырым хәрби хеҙмәт шарттары өсөн (гусеницалы һәм тәгәрмәсле шассиҙа йөрөгән штаттағы хәрби (махсус) техника экипаждарында хәрби вазифа - механик-водитель, танк командиры һәм башҡалар окладының 20 проценты күләмендә айлыҡ өҫтәмә) 

 

— Дәүләт серен тәшкил иткән мәғлүмәттәр менән эшләгән өсөн айлыҡ өҫтәмә түләү (мәғлүмәттәрҙең сер итеп тотоу дәрәжәһенә һәм рөхсәт итеү формаһына ҡарап, хәрби вазифа окладының 10, 20, 25 проценты) 

 

— Алыҫ урындарҙа хеҙмәт иткән өсөн район коэффициенттары һәм аҡсалата тәьминәткә процентлата өҫтәмә (10 проценттан 100 процентҡа тиклем) һәм башҡалар 

 

— Хәрби хеҙмәт урынына күскәндә - икенсе тораҡ пункттан саҡырылған осраҡта өҫтәмә пособие (хәрби звание буйынса бер оклад һәм хәрби вазифа буйынса бер оклад) 

 

- Мобилизацияланғандарға календарь ай өсөн 158 мең һум, ә курсант вазифаһын биләгәндәргә календарь ай өсөн 172 мең һум күләмендә айлыҡ социаль түләү. Шул уҡ ваҡытта, тулы календарь ай хеҙмәт итмәгән мобилизацияланғандарға был социаль түләү хеҙмәт ваҡытына ярашлы иҫәпләнә. 

 

 ❓Аҡсалата түләүҙәр өсөн ниндәй ойошмалар яуап бирә 

 

— Аҡсалата түләүҙәр һәм айлыҡ социаль түләү Рәсәй Оборона министрлығының Берҙәм иҫәп-хисап үҙәге йәки башҡа финанс-иҡтисади органдар аша башҡарыла. Берҙәм иҫәп-хисап үҙәгенең ҡыҙыу бәйләнеш телефоны: 8 (800) 737-7-737 

 

❓Аҡсалата түләүҙәрҙе һәм айлыҡ социаль түләүҙе күсереү ваҡыты 

 

— Мобилизацияланған кеше күрһәткән банк иҫәбенә күсереү юлы менән уҙған ай өсөн һәр айҙың 10-нан 20-һенә тиклем, ә календарь йылдың декабре өсөн 25 декабргә тиклем. 

 

Мобилизацияланған кешенең ғаилә ағзалары уның тәьминәт һәм социаль түләү аҡсаһын алырға мөмкин. Бының өсөн ул банктағы иҫәбенә бәйле булған өҫтәмә банк картаһы юлларға тейеш. 

 

Мобилизацияланғандарҙың һәм контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең тәьминәт аҡсаһына һалым һалына. Айлыҡ социаль түләүгә һалым билдәләнмәй. 

 

[https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_1763|Мобилизацияланған кешенең аҡсалата тәьминәт күләме нимәгә бәйле] 

 

Аҡсалата тәьминәт тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - Рәсәй Оборона министрлығы сайтында https://cabinet.mil.ru/news/item/58447/ 

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:
Читайте нас: