Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март 2023, 11:00

«Яҙғы географик диктант» викторинаһында ҡатнашығыҙ!

Рус география йәмғиәте барлыҡ теләүселәрҙе «Яҙғы географик диктант» викторинаһында ҡатнашырға саҡыра.

«Яҙғы географик диктант» викторинаһында ҡатнашығыҙ!
«Яҙғы географик диктант» викторинаһында ҡатнашығыҙ!

Ул 13 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Викторина барышында Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының фән үҫешенә индергән өлөшө тураһында белемеңде күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

Унда ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма буйынса үтеп, үҙеңдең мәғлүмәттәреңде күрһәтеп, теркәү формаһын тултырырға, һуңынан һорауҙарға яуап бирергә кәрәк. Викторинала ҡатнашыусылар 40 минут дауамында 30 һорауға яуап бирәсәк.

Ҡатнашыусылар йәшенә ҡарап алты төркөмгә  бүленә: 10 – 12, 13 – 15, 16 – 18, 18 – 35, 35 – 50, 50 һәм унан өлкәндәр. Викторинаны үткәндән һуң һәр ҡатнашыусы исемләнгән сертификат аласаҡ. Диктант тамамланғандан һуң, һәр бер йәш категорияһы буйынса иң белемлеһе тип табылғандар почёт грамоталары менән бүләкләнәсәк.

Автор:
Читайте нас: